На главную

Новости Республики

19.09.2017
[prefix]УФА, 19 сен 2017. /ИА «Башинформ»/.[/prefix] Президент России поздравил работников и ветеран...
19.09.2017
[prefix]УФА, 19 сен 2017. /ИА «Башинформ», Ольга Муртазина/.[/prefix] Артур Шайнуров, 15 сентября ос...

Контакты

Адрес: г. Уфа, ул. Тукаева, дом 46
                450101
E-mail: ksrb@bashkortostan.ru
Тел.: +7 (347) 280–86-30
Факс: +7 (347) 250-63-71


Конституция РБ

Текст конституции на русском языке

Башҡортостан Республикаһы

Конституцияһы

Башҡортостан Республикаһы

Конституцияһы

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы тарафынан

1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителде.

Башҡортостан Республикаһының 2000 йылдың

3 ноябрендәге 94-з һанлы Законы,

Башҡортостан Республикаһының 2002 йылдың

3 декабрендәге 369-з һанлы Законы,

Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың

15 июнендәге 322-з һанлы Законы,

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың

18 сентябрендәге 23-з һанлы Законы,

Башҡортостан Республикаһының 2009 йылдың

13 июлендәге 146-з һанлы Законы,

Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың

19 майындағы 395-з һанлы Законы,

Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың

28 июнендәге 545-з һанлы Законы,

Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың

4 мартындағы 57-з һанлы Законы

тарафынан индерелгән

үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр менән

Беҙ, Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡы,

үҙ еребеҙҙә уртаҡ яҙмыш менән берләшеп,

халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә дөйөм танылған хоҡуғынан, тиң хоҡуҡлылыҡ, иреклелек һәм ихтыяр белдереү азатлығы принциптарынан сығып,

башҡорт халҡының XVI быуатта Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуын, башҡорт милләтенең үҙбилдәләнешкә хоҡуғын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Рәсәй Үҙәк Совет Власының Башҡорт хөкүмәте менән Башҡорт совет автономияһы тураһында Килешеүе нигеҙендә 1919 йылда РСФСР составында Башҡорт автономиялы республикаһы төҙөлөүен, 1990 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларацияға ярашлы Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртелеүен иғтибарға алып,

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында»ғы Договорына нигеҙләнеп,

кеше һәм граждандың, бөтә халыҡтарҙың хоҡуҡтарына һәм иректәренә ихтирамыбыҙҙы раҫлап,

бөгөнгө һәм киләсәк быуындар алдында үҙебеҙҙең республикабыҙ өсөн яуаплылыҡты аңлап,

лайыҡлы тормош, граждандар араһында тыныслыҡ һәм милләт-ара татыулыҡ тәьмин итергә ынтылып,

үҙебеҙҙең тулы хоҡуҡлы вәкилдәребеҙ йөҙөндә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итәбеҙ.


Беренсе киҫәк

1-се бүлек

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ

КОНСТИТУЦИОН ҠОРОЛОШО НИГЕҘҘӘРЕ

1-се статья

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы составында республиканың бөтә күп милләтле халҡы ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдырыусы демократик хоҡуҡи дәүләт булып тора. «Башҡортостан Республикаһы» һәм «Башҡортостан» тигән атамалар тиң мәғәнәле.

Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеге Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһының хакимиәт даирәһе сиктәренән һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған Рәсәй Федерацияһы вәкәләттәренән тыш, дәүләт власының бөтә тулылығына эйә булыуында, үҙ территорияһы, халҡы, дәүләт власы органдары системаһы, үҙ Конституцияһы һәм закондары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре һәм дәүләт символдары булыуында сағылыш таба.

Башҡортостан Республикаһының статусы һәм территорияһының сиктәре фәҡәт Башҡортостан Республикаһының ризалығы менән генә үҙгәртелә ала.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре булып башҡорт һәм урыҫ телдәре тора.

2-се статья

Кеше, уның хоҡуҡтары һәм иректәре Башҡортостан Республикаһында иң юғары ҡиммәт булып тора. Кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен таныу, үтәү һәм яҡлау – дәүләт булараҡ Башҡортостан Республикаһының бурысы.

3-сө статья

Башҡортостан Республикаһында халыҡ власының конституцион системаһы эш итә.

Халыҡ власты туранан-тура, шулай уҡ дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары аша тормошҡа ашыра.

Халыҡ власының иң юғары туранан-тура кәүҙәләнеше булып референдум һәм ирекле һайлауҙар тора.

Башҡортостан Республикаһында дәүләт власы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм ошо Конституцияға ярашлы тормошҡа ашырыла.

4-се статья

Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһының тиң хоҡуҡлы субъекты булып тора.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары менән Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары араһында мөнәсәбәттәр ошо Конституция, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһындағы Договор, башҡа договорҙар һәм килешеүҙәр менән билдәләнә.

5-се статья

Башҡортостан Республикаһында дәүләт власы уны закондар сығарыу, башҡарма һәм суд властарына айырыу нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Закондар сығарыу, башҡарма һәм суд власы органдары үҙ аллы.

6-сы статья

Башҡортостан Республикаһында дәүләт власын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы, Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы судтары тормошҡа ашыра.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

7-се статья

Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара таныла һәм гарантиялана. Урындағы үҙидара үҙ вәкәләттәре сиктәрендә үҙ аллы.

8-се статья

Башҡортостан Республикаһында милектең хосуси, дәүләт, муниципаль һәм башҡа формалары таныла һәм бер тигеҙ яҡлау менән тәьмин ителә.

9-сы статья

Башҡортостан Республикаһында ер һәм башҡа тәбиғәт ресурстары уның күп милләтле халҡының йәшәү һәм эшмәкәрлек нигеҙе булараҡ файҙаланыла һәм һаҡлана.

Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары араһындағы килешеүҙәргә ярашлы Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкендәге ергә, ер аҫтына, һыу, урман һәм башҡа тәбиғәт ресурстарына идара итеү һәм улар менән эш итеү тәртибе Башҡортостан Республикаһы законы менән көйләнә.

10-сы статья

Башҡортостан Республикаһының дәүләт милке уның күп милләтле халҡының байлығы булып тора.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкендә дәүләт ойошмалары мөлкәте, мәҙәни һәм тарихи ҡиммәттәр, Башҡортостан Республикаһы бюджеты һәм Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттары средстволары һәм Башҡортостан Республикаһының бурыстарын һәм функцияларын тормошҡа ашырыуға кәрәк булған башҡа мөлкәт тора.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкенә идара итеү һәм уның менән эш итеү тәртибе федераль законға ярашлы Башҡортостан Республикаһы закондары менән көйләнә.

11-се статья

Башҡортостан Республикаһы – социаль дәүләт, уның сәйәсәте кешегә лайыҡлы тормош һәм ирекле үҫеш тәьмин итеүсе шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

Башҡортостан Республикаһында кешеләрҙең хеҙмәте һәм һаулығы һаҡлана; хеҙмәткә түләүҙең гарантиялы минималь күләме тәьмин ителә; ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа, балалыҡҡа, инвалидтарға һәм өлкән йәштәге граждандарға яҡлау тәьмин ителә; социаль хеҙмәттәр системаһы үҫтерелә; республика пенсиялары, пособие­лары һәм социаль яҡлауҙың башҡа гарантиялары булдырыла.

12-се статья

Башҡортостан Республикаһында идеологик күп төрлөлөк таныла. Бер ниндәй идеология ла дәүләт идеологияһы йәки мәжбүри идеология тип билдәләнә алмай.

Башҡортостан Республикаһында күп фирҡәлелек тәьмин ителә.

Маҡсаттары һәм эш-ғәмәлдәре Рәсәй Федерацияһының конституцион ҡоролошон һәм Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошон көс ҡулланып үҙгәртеүгә, социаль, раса, милли һәм дини ыҙғыш тыуҙырыуға йүнәлтелгән йәмәғәт берләшмәләре эшмәкәрлегенә юл ҡуйылмай.

13-сө статья

Башҡортостан Республикаһы – донъяуи дәүләт. Бер ниндәй дин дә дәүләт дине йәки мәжбүри дин тип билдәләнә алмай.

Дини берләшмәләр дәүләттән айырылған һәм закон алдында тиң.

14-се статья

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан йәки референдум юлы менән ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы Башҡортостан Республикаһы ҡарамағына тапшырылған мәсьәләләр буйынса иң юғары юридик көскә эйә, туранан-тура ғәмәлдә була һәм Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһында ҡулланыла. Башҡортостан Республикаһында ҡабул ителеүсе закондар һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттар ошо Конституцияға ҡаршы килергә тейеш түгел.

Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы дәүләт власы органдары, башҡа дәүләт органдары һәм дәүләт учреждениелары, урындағы үҙидара органдары, ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләре, вазифалы кешеләр һәм граждандар Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын, Башҡортостан Республикаһы закондарын һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарын үтәргә тейеш.

Закондар рәсми баҫып сығарылырға тейеш. Баҫып сығарылмаған закондар ҡулланылмай. Кеше һәм граждан хоҡуҡтарына, иректәренә һәм бурыстарына ҡағылышлы норматив хоҡуҡи акттар, әгәр улар дөйөм иғтибарға рәсми баҫып сығарылмаған булһа, ҡулланыла алмай.

15-се статья

Башҡортостан Республикаһы үҙ вәкәләттәре сиктәрендә халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе бойомға ашыра.

Башҡортостан Республикаһы, федераль закондарға ярашлы, халыҡ-ара ойошмалар эшмәкәрлегендә ҡатнаша, сит ил дәүләттәренең административ-территориаль берәмектәре, сит ил федератив дәүләттәренең субъекттары, сит ил дәүләттәренең дәүләт власы органдары менән договорҙар һәм килешеүҙәр төҙөй ала.

16-сы статья

Конституцияның ошо бүлегендәге положениелар Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошо нигеҙҙәрен тәшкил итә һәм ошо Конституция менән билдәләнгән тәртиптән башҡа төрлө үҙгәртелә алмай.

Ошо Конституцияның башҡа бер ниндәй положениелары ла Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошо нигеҙҙәренә ҡаршы килә алмай.

2-се бүлек

КЕШЕ ҺӘМ ГРАЖДАНДЫҢ ХОҠУҠТАРЫ,

ИРЕКТӘРЕ ҺӘМ БУРЫСТАРЫ

17-се статья

Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре халыҡ-ара хоҡуҡиәттең дөйөм танылған принциптарына һәм нормаларына, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм ошо Конституцияға ярашлы таныла һәм гарантиялана.

Кешенең төп хоҡуҡтары һәм иректәре айырып алынғыһыҙ һәм һәр кемгә тыумыштан бирелә.

Кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыу башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙорға тейеш түгел.

Хоҡуҡтарҙы һәм иректәрҙе Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошон көс ҡулланып үҙгәртеү, раса, милли, социаль, синфи, дини күрәлмаусанлыҡ һәм дошманлыҡ тыуҙырыу, көс ҡулланыуҙы һәм һуғышты пропагандалау өсөн файҙаланыуға юл ҡуйылмай.

18-се статья

Кеше һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре туранан-тура ғәмәлдә була. Улар закондарҙың мәғәнәһен, йөкмәткеһен һәм ҡулланылышын, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидараның эшмәкәрлеген билдәләй һәм суд эшмәкәрлеге менән тәьмин ителә.

19-сы статья

Закон һәм суд алдында бөтәһе лә тиң.

Кеше һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре тиңлеге енесенә, расаһына, милләтенә, теленә, сығышына, мөлкәт һәм вазифа хәленә, йәшәгән урынына, дингә мөнәсәбәтенә, инаныуҙарына, йәмәғәт берләшмәләре ағзаһы булыу-булмауына, шулай уҡ башҡа шарттарға бәйһеҙ рәүештә гарантиялана. Бер кем дә үҙенең инвалидлығы арҡаһында зыян күрергә тейеш түгел.

Ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ тиң хоҡуҡтарға һәм иректәргә һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн тиң мөмкинлектәргә эйә.

20-се статья

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында төп хоҡуҡтарҙы һәм иректәрҙе һанап сығыу кеше һәм граждандың башҡа дөйөм танылған хоҡуҡтарын һәм иректәрен инҡар итеү йәки кесерәйтеү тип аңлатылырға тейеш түгел.

Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен ғәмәлдән сығарыусы йәки кесерәйтеүсе закондар ҡабул ителә алмай.

Кеше һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре федераль закон менән сикләнә ала.

21-се статья

Башҡортостан Республикаһында сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә ваҡытлыса һыйыныу урыны федераль законға ярашлы бирелә.

22-се статья

Һәр кем йәшәүгә хоҡуҡлы. Бер кем дә йәшәүҙән нигеҙһеҙ мәхрүм ителә алмай.

23-сө статья

Кешелек дәрәжәһе тейелгеһеҙ. Бер нәмә лә уны кесерәйтеү өсөн нигеҙ була алмай.

24-се статья

Һәр кем азатлыҡ һәм шәхси тейелгеһеҙлек хоҡуғына эйә.

25-се статья

Һәр кем шәхси тормошоноң тейелгеһеҙлеге, шәхси һәм ғаилә сере, үҙенең намыҫын һәм яҡшы исемен яҡлау хоҡуғына эйә.

Һәр кемдең хат алышыу, телефондан һөйләшеү, почта, телеграф аша һәм башҡа төрлө хәбәрләшеүҙәр серенә хоҡуғы бар.

26-сы статья

Кешенең үҙ ризалығынан башҡа уның шәхси тормошо тураһында мәғлүмәттәр йыйыуға, һаҡлауға, файҙаланыуға һәм таратыуға юл ҡуйылмай.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары, уларҙың вазифалы кешеләре һәр кемгә уның хоҡуҡтарына һәм иректәренә туранан-тура ҡағылған документтар һәм материалдар менән танышыу мөмкинлеген тәьмин итергә бурыслы.

27-се статья

Торлаҡ тейелгеһеҙ. Бер кемдең дә торлаҡҡа, федераль закон менән билдәләнгән осраҡтарҙан йәки суд ҡарары нигеҙенән башҡа, унда йәшәүсе кешеләрҙең ихтыярынан тыш үтеп инергә хаҡы юҡ.

28-се статья

Башҡортостан Республикаһы территорияһында законлы рәүештә булған һәр кемгә ирекле күсеп йөрөү, тороу һәм йәшәү урынын һайлап алыу хоҡуғы тәьмин ителә.

Башҡортостан Республикаһы закондары граждандар тарафынан Башҡортостан Республикаһының матди, финанс һәм башҡа средстволары иҫәбенә тәьмин ителеүсе өҫтәмә льготалар менән файҙаланыуға талаптар рәүешендә кешенең республика территорияһында даими йәшәү критерийын иҫәпкә алырға мөмкин.

(икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы тарафынан индерелде)

29-сы статья

Һәр кемгә фекер һәм һүҙ ирке гарантиялана.

Бер кем дә үҙ фекерҙәрен һәм инаныуҙарын белдереүгә йәки уларҙан баш тартыуға мәжбүр ителә алмай.

Башҡортостан Республикаһында һәр кем мәғлүмәтте һәр төрлө законлы ысул менән ирекле эҙләү, алыу, әҙерләү һәм таратыу хоҡуғына эйә.

Киң мәғлүмәт ирке гарантиялана.

30-сы статья

Һәр кемгә выждан ирке, дин тотоу ирке, шул иҫәптән яңғыҙ йәки башҡалар менән берлектә теләгән бер динде тотоу йәки береһен дә тотмау, дини һәм башҡа төрлө инаныуҙарҙы ирекле һайлау, уларға эйә булыу һәм таратыу һәм уларға ярашлы эш итеү хоҡуғы гарантиялана.

Башҡортостан Республикаһы төрлө дингә ҡараған диндарҙар араһында толерантлыҡ, сабырлыҡ һәм ихтирам итеүҙе яҡлауға булышлыҡ итә.

(икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы тарафынан индерелде)

31-се статья

Һәр кем үҙенең милли сығышын билдәләргә һәм күрһәтергә хоҡуҡлы. Бер кем дә үҙенең милли сығышын билдәләүгә һәм күрһәтеүгә мәжбүр ителә алмай.

32-се статья

Һәр кем туған телен файҙаланыу, аралашыу, тәрбиә, уҡыу һәм ижад итеү телен ирекле һайлап алыу хоҡуғына эйә.

33-сө статья

Граждандарға федераль законға һәм Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы туранан-тура, шулай уҡ үҙҙәренең вәкилдәре аша Башҡортостан Республикаһы эштәренә идара итеүҙә ҡатнашыу хоҡуғы тәьмин ителә.

Граждандарға федераль законға һәм Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына һайлау һәм һайланыу, шулай уҡ референдумдарҙа ҡатна­шыу хоҡуғы тәьмин ителә.

34-се статья

Граждандар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә урынлашыу йәһәтенән бер тиң мөмкинлеккә эйә.

(Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында)

35-се статья

Башҡортостан Республикаһында граждандарға федераль законға һәм Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы тыныс, ҡоралһыҙ йыйылыу, йыйылыштар, митингылар һәм демонстрациялар, йөрөштәр һәм пикеттар үткәреү хоҡуғы тәьмин ителә.

36-сы статья

Башҡортостан Республикаһында һәр кемгә, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн профессиональ союздар төҙөү хоҡуғын да индереп, берләшеү хоҡуғы тәьмин ителә.

Бер кем дә ниндәй ҙә булһа берләшмәгә инеүгә йәки унда тороуға мәжбүр ителә алмай.

37-се статья

Һәр кем Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына шәхсән мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ яңғыҙ һәм күмәк мөрәжәғәттәр ебәреү хоҡуғына эйә.

38-се статья

Башҡортостан Республикаһында һәр кемгә үҙ милкендә мөлкәт тотоу, бер үҙе, шулай уҡ башҡа кешеләр менән берлектә уны биләү, файҙаланыу һәм уның менән эш итеү хоҡуғы тәьмин ителә.

39-сы статья

Һәр кем эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һәм федераль закон менән тыйылмаған башҡа иҡтисади эшмәкәрлек өсөн үҙ һәләттәрен һәм мөлкәтен ирекле файҙаланыу хоҡуғына эйә.

40-сы статья

Хеҙмәт ирекле. Башҡортостан Республикаһында һәр кем үҙенең хеҙмәткә һәләттәрен ирекле файҙаланыу, эшмәкәрлек төрөн һәм һөнәр һайларға хоҡуҡлы.

Һәр кем хәүефһеҙлек һәм гигиена талаптарына яуап биргән шарттарҙағы хеҙмәт, хеҙмәте өсөн бер ниндәй дискриминацияһыҙ түләү алыу, шулай уҡ эшһеҙлектән яҡланыу хоҡуғына эйә.

41-се статья

Башҡортостан Республикаһында һәр кем ялға хоҡуҡлы. Хеҙмәт договоры буйынса эшләүсегә закондар менән билдәләнгән эш ваҡыты оҙайлылығы, ял һәм байрам көндәре, йыл һайын түләүле отпуск, ҡайһы бер профессиялар һәм производстволар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнө гарантиялана.

42-се статья

Ғаилә, әсәлек, атайлыҡ, балалыҡ, инвалидтар һәм өлкән йәштәге граждандар Башҡортостан Республикаһы яҡлауында тора.

Никах ир менән ҡатындың ирекле ризалығына һәм тиң хоҡуҡлылығына нигеҙләнә.

Балалар хаҡында хәстәрлек күреү, уларҙы тәрбиәләү һәм ҡарау – ата-әсәнең тиң хоҡуғы һәм бурысы.

Ата-әсәләренең сығышына һәм гражданлыҡ хәленә ҡарамаҫтан, балалар тиң хоҡуҡи һәм социаль яҡлауҙан файҙалана. Башҡортостан Республикаһы етем балаларҙы һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы аҫрауҙы, тәрбиәләүҙе һәм уларға белем биреүҙе тәьмин итә.

Башҡортостан Республикаһы балаларға ҡарата хәйриә эшмәкәрлеген, шулай уҡ балаларҙы тәрбиәләү буйынса хеҙмәтте дәртләндерә.

Хеҙмәткә һәләтле балиғ булған балалар үҙҙәренең хеҙмәткә яраҡһыҙ ата-әсәләре тураһында хәстәрлек күрергә бурыслы.

43-сө статья

Башҡортостан Республикаһында һәр кем һаулығын һаҡлауға һәм медицина ярҙамына хоҡуҡлы. Дәүләт һәм муниципаль һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында граждандарға медицина ярҙамы тейешле бюджет средстволары, страховка взностары, башҡа керемдәр иҫәбенә бушлай күрһәтелә.

Башҡортостан Республикаһында халыҡ һаулығын һаҡлауҙың һәм нығытыуҙың республика программалары финанслана, һаулыҡ һаҡлауҙың дәүләт, муниципаль, хосуси системаларын үҫтереү буйынса саралар күрелә, кеше һаулығын нығытыуға, физик культураны һәм спортты үҫтереүгә, экологик һәм санитар-эпидемиологик именлеккә булышлыҡ итеүсе эшмәкәрлек дәртләндерелә.

44-се статья

Башҡортостан Республикаһында һәр кем уңайлы тирә-яҡ мөхиткә, уның торошо тураһында дөрөҫ мәғлүмәт алыуға һәм экологик хоҡуҡ боҙоу һөҙөмтәһендә уның һаулығына йәки мөлкәтенә килтерелгән зыянды ҡаплатыуға хоҡуҡлы.

45-се статья

Башҡортостан Республикаһында һәр кемгә йәше буйынса, ауырығанда, ғәрипләнгәндә, ҡараусыһын юғалтҡанда, балалар тәрбиәләү өсөн һәм закон менән билдәләнгән башҡа осраҡтарҙа социаль тәьминәт гарантиялана.

Башҡортостан Республикаһында ирекле социаль страховкалау, социаль тәьминәттең өҫтәмә формаларын булдырыу һәм хәйриә эшмәкәрлеге хуплана.

46-сы статья

Һәр кем торлаҡҡа хоҡуҡлы. Бер кем дә торлаҡтан нигеҙһеҙ мәхрүм ителә алмай.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндерә, торлаҡҡа хоҡуҡты тормошҡа ашырыу өсөн шарттар тыуҙыра.

Етешһеҙ йәшәгән, законда күрһәтелгән нигеҙҙә торлаҡҡа мохтаж башҡа граждандарға ул дәүләт, муниципаль һәм башҡа торлаҡ фонд­тарынан закон менән билдәләнгән нормаларға ярашлы түләүһеҙ йәки түләй алырлыҡ хаҡҡа һатып бирелә.

47-се статья

Һәр кем белем алыуға хоҡуҡлы.

Дәүләт йәки муниципаль белем биреү учреждениеларында һәм предприятиеларҙа мәктәпкәсә, төп дөйөм һәм урта профессиональ белемдең һәр кем алырлыҡ һәм түләүһеҙ булыуы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халҡы телдәрен өйрәнеү гарантиялана.

(икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы Законы редакцияһында)

Һәр кем конкурс нигеҙендә дәүләт йәки муниципаль белем биреү учреждениеһында һәм предприятиела түләүһеҙ юғары белем алыуға хоҡуҡлы.

Төп дөйөм белем алыу мәжбүри. Ата-әсәләр йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләр балаларының төп дөйөм белем алыуын тәьмин итә.

Башҡортостан Республикаһы белем биреүҙең һәм үҙ аллы белем алыуҙың төрлө формаларына булышлыҡ итә.

(бишенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы Законы редакцияһында)

48-се статья

Һәр кемгә әҙәби, художестволы, фәнни, техник һәм башҡа төрлө ижад итеү, уҡытыу ирке гарантиялана.

49-сы статья

Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарына һәм иректәренә дәүләт яҡлауы гарантиялана.

Һәр кем үҙенең хоҡуҡтарын һәм иректәрен закон менән тыйылмаған бөтә ысулдар менән яҡларға хаҡлы.

50-се статья

Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтарына һәм иректәренә суд яҡлауы гарантиялана.

Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдарының һәм вазифалы кешеләрҙең ҡарарҙарына һәм эш итеүенә (йәки эш итмәүенә) судҡа ялыу бирелә ала.

Әгәр хоҡуҡи яҡлауҙың дәүләт эсендәге бөтә саралары ла файҙаланылып бөтһә, Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара договорҙарына ярашлы, һәр кем кеше хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау буйынса дәүләт-ара органдарға мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.

51-се статья

Башҡортостан Республикаһында квалификациялы юридик ярҙам алыуға хоҡуҡ гарантиялана.

52-се статья

Һәр кем Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының йәки уларҙың вазифалы кешеләренең законһыҙ эш итеүе (йәки эш итмәүе) арҡаһында килтерелгән зыянды ҡаплатыу хоҡуғына эйә.

53-сө статья

Башҡортостан Республикаһында үҙенең милли сығышын күрһәтеү хоҡуғын тормошҡа ашырыу гарантиялана.

54-се статья

Башҡортостан Республикаһы үҙ территорияһында йәшәүсе халыҡтарға туған телен һаҡлауға тиң хоҡуҡтар гарантиялай, уны иркен өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙыра.

Башҡортостан Республикаһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен иркен өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыла.

55-се статья

Башҡортостан Республикаһында хосуси милек хоҡуғы гарантиялана.

56-сы статья

Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусының законлы мәнфәғәттәре яҡлана, уның хоҡуҡтарын яҡлау буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеге хуплана.

57-се статья

Башҡортостан Республикаһы башҡорт халҡының һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы, мәҙәниәтен үҫтереүҙе тәьмин итә.

58-се статья

Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт берләшмәләре эшмәкәрлеге ирке гарантиялана.

59-сы статья

Башҡортостан Республикаһының яуаплылыҡ билдәләүсе йәки уны көсәйтеүсе законы ҡайта көскә эйә түгел.

Ҡылынған мәлендә хоҡуҡ боҙоу тип танылмаған эш-ҡылыҡ өсөн бер кем дә яуаплылыҡҡа тарттырыла алмай. Хоҡуҡ боҙоу ҡылынғандан һуң уның өсөн яуаплылыҡ бөтөрөлһә йәки йомшартылһа, яңы закон ҡулланыла.

60-сы статья

Башҡортостан Республикаһы территорияһында булған һәр кем Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын, Башҡортостан Республикаһы закондарын һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарын үтәргә, башҡа кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм иректәрен, намыҫын һәм кешелек дәрәжәһен ихтирам итергә бурыслы.

61-се статья

Башҡортостан Республикаһында һәр кем тирә-яҡ мөхитте, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡларға, тәбиғәт байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға бурыслы.

62-се статья

Башҡортостан Республикаһында һәр кем законлы билдәләнгән һалымдарҙы һәм йыйымдарҙы түләргә бурыслы. Башҡортостан Республикаһының яңы һалымдар билдәләүсе йәки һалым түләүселәрҙең хәлен насарайтыусы закондары ҡайта көскә эйә түгел.

3-сө бүлек

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ АДМИНИСТРАТИВ-ТЕРРИТОРИАЛЬ ҠОРОЛОШО ҺӘМ БАШ ҠАЛАҺЫ

63-сө статья

Башҡортостан Республикаһы территорияһы административ-территориаль берәмектәр сифатында райондарҙы, республика әһәмиәтендәге ҡалаларҙы һәм ябыҡ административ-территориаль берәмекте – Межгорье ҡалаһын үҙ эсенә ала.

64-се статья

Башҡортостан Республикаһы составына түбәндәге административ-территориаль берәмектәр инә:

райондар – Әбйәлил, Әлшәй, Архангель, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран;

статусы буйынса райондарға тиңләштерелгән ҡушма административ-территориаль берәмектәр – Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы, Бәләбәй районы һәм Бәләбәй ҡалаһы, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы, Бөрө районы һәм Бөрө ҡалаһы, Благовещен районы һәм Благовещен ҡалаһы, Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы, Дүртөйлө районы һәм Дүртөйлө ҡалаһы, Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһы, Мәләүез районы һәм Мәләүез ҡалаһы, Туймазы районы һәм Туймазы ҡалаһы, Учалы районы һәм Учалы ҡалаһы, Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһы;

(өсөнсө абзац Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы редакцияһында)

республика әһәмиәтендәге ҡалалар – Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө.

65-се статья

Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы булып Өфө ҡалаһы тора. Баш ҡала статусы Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнә.

4-се бүлек

закондар сығарыу власы

66-сы статья

Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының иң юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыу (вәкиллекле) органы булып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай (ошо Конституцияла – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы) тора.

(беренсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында)

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Башҡортостан Республикаһы закондар сығарыу власының даими эшләүсе органы булып тора.

67-се статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы 110 депутаттан тора.

(беренсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы Законы редакцияһында)

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына һайлауҙар тәртибе Башҡортостан Республикаһы законы һәм федераль закон менән билдәләнә.

(икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы редакцияһында)

68-се статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы биш йылға һайлана.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы һайланғандың утыҙынсы көнөнә үҙенең беренсе ултырышына саҡырыла. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ултырышын ошо сроктан алдараҡ та саҡырта ала.

(икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

Башҡортостан Республикаһының яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесен һайлағанға тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының йәш буйынса иң өлкән депутаты аса һәм алып бара.

69-сы статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп 21 йәше тулған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы һайлана ала.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының профессиональ даими нигеҙҙә эшләүсе депутаттары һаны, шулай уҡ уларҙың депутатлыҡ эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыу тәртибе һәм шарттары Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының профессиональ даими нигеҙҙә, шулай уҡ төп эшенән айырылмайынса эшләүсе депутаттарына бөтә вәкәләттәре срогы дауамында депутатлыҡ вәкәләттәрен тулы күләмдә тормошҡа ашырыу буйынса тиң мөмкинлектәр гарантиялана.

Депутатлыҡ эшмәкәрлегенә бәйле сикләүҙәр федераль закон менән билдәләнә.

(дүртенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында)

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты үҙенең статусын хоҡуҡ тәртибе, әхлаҡ ҡиммәттәренә, парламент дисциплинаһы ҡағиҙәләренә һәм традицияларына ярашлы файҙаланырға бурыслы.

(бишенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы тарафынан индерелде)

70-се статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты федераль закон менән билдәләнгән осраҡтарҙа һәм тәртиптә тейелгеһеҙлеккә эйә.

71-се статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарамағына түбәндәгеләр инә:

1) Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеү, уға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү;

2) Башҡортостан Республикаһы вәкәләттәре сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының хакимиәт даирәһе һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһе буйынса хоҡуҡи көйләүҙе бойомға ашырыу;

3) Башҡортостан Республикаһы закондарына аңлатма биреү, уларҙың үтәлешенә контроллек итеү;

4) Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауҙы раҫлау;

(4-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы редакцияһында)

5) Башҡортостан Республикаһы бюджетын һәм уның үтәлеше тураһында отчетты раҫлау;

6) федераль законға ярашлы Башҡортостан Республикаһы һалымдарын һәм йыйымдарын билдәләү;

7) Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттарын һәм уларҙың үтәлеше тураһындағы отчеттарҙы раҫлау;

8) Башҡортостан Республикаһы бюджетының һәм Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттарының үтәлешенә контролде тормошҡа ашырыу;

9) Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкенә идара итеү һәм уның менән эш итеү тәртибен билдәләү һәм уның һаҡланыуына контроллек итеү;

10) Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошон һәм уны үҙгәртеү тәртибен билдәләү;

11) Башҡортостан Республикаһының сиктәрен үҙгәртеү менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү;

12) Башҡортостан Республикаһы договорҙарын төҙөүҙе һәм өҙөүҙе раҫлау;

13) Башҡортостан Республикаһы референдумын тәғәйенләү һәм үткәреү тәртибен билдәләү, Башҡортостан Республикаһы референдумын үткәреү көнөн тәғәйенләү;

14) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙы үткәреү тәртибен билдәләү һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙы тәғәйенләү;

(14-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы редакцияһында)

15) Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарҙы үткәреү тәртибен билдәләү һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарҙы тәғәйенләү;

(15-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

16) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Президиумын, даими комитеттарын ойоштороу, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесен һайлау;

(16-сы пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

17) Башҡортостан Республикаһы Башлығына ышанмаусанлыҡ (ышаныс) белдереү тураһындағы мәсьәләне хәл итеү;

(17-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

18) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләүҙе килешеү;

19) Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесен, Рәйесе урынбаҫарын һәм судьяларын вазифаға тәғәйенләү;

20) Башҡортостан Республикаһы Прокурорын тәғәйенләүҙе килешеү;

21) Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары ҡарауына Башҡортостан Республикаһы Башлығының хоҡуҡи акттарына, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдарының норматив хоҡуҡи акттарына үҙгәрештәр һәм (йәки) өҫтәмәләр индереү йә иһә уларҙы кире ҡағыу тураһында тәҡдимдәр индереү;

(21-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

22) Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары акттарына суд тәртибендә ялыу биреү;

(22-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

23) Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырыу;

24) парламент тикшереүҙәре һәм парламент тыңлауҙары үткәреү;

25) Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилде, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилде, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилде вазифаға тәғәйенләү һәм вазифанан бушатыу;

(25-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2009 йылдың 13 июлендәге 146-з һанлы, 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

26) Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы Рәйесен, Рәйесе урынбаҫарын һәм аудиторҙарын вазифаға тәғәйенләү һәм вазифанан бушатыу;

(26-сы пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

27) Башҡортостан Республикаһы Конституция Судына, Рәсәй Федерацияһы Конституция Судына мөрәжәғәттәр ҡабул итеү;

28) мировой судьялар һайлау;

29) федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙа федераль башҡарма власть органдарының территориаль органдары етәкселәре вазифаһына тәғәйенләүҙе килешеүҙә ҡатнашыу;

30) Башҡортостан Республикаһы судьяларының квалификация коллегияһына йәмәғәтселек вәкилдәрен тәғәйенләү һәм уларҙың вәкәләттәрен туҡтатыу;

31) үҙ вәкәләттәре сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләү;

32) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы мәсьәләне хәл итеү;

(32-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

33) үҙ вәкәләттәре сиктәрендә урындағы үҙидара органдарына һайлауҙар үткәреү тәртибен билдәләү;

(33-сө пункт Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында)

34) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тураһында, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡуйылған мәсьәләләр буйынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыл һайын була торған отчеттарын тыңлау; айырым мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары етәкселәренең мәғлүмәтен тыңлау;

(34-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

35) Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын, Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исемдәрен булдырыу;

36) Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, федераль закондарға, ошо Конституцияға һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарамағына индерелгән башҡа мәсьәләләр.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм федераль закондарҙы үтәүҙе тәьмин итә.

72-се статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы үҙ ҡарамағындағы мәсьәләләр буйынса демократик йәмәғәтселек фекерен формалаштырыу һәм уны яҡлау өсөн шарттар булдыра һәм закондар сығарыу процесында иҫәпкә ала.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

73-сө статья

Граждандар һәм уларҙың берекмәләре Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡ системаһын формалаштырғанда вәкиллекле демократияның йәмәғәт институттарында ҡатнашыу юлы менән үҙенең ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдырырға хоҡуҡлы.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

74-се статья

Граждандар һәм уларҙың берекмәләре Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнгән тәртиптә Башҡортостан Республикаһы законын ҡабул итеү, үҙгәртеү йәки уны ғәмәлдән сыҡҡан тип таныу тураһындағы тәҡдим менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына шәхси һәм коллектив мөрәжәғәттәр ебәреп, граждандарҙың закондар сығарыу инициативаһын тормошҡа ашырыу хоҡуғына эйә.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

75-се статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы үҙ ҡарамағына индерелгән мәсьәләләр буйынса закондар һәм ҡарарҙар ҡабул итә.

76-сы статья

Закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары, Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы Прокуроры, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары, Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнгән тәртиптә граждандарҙың закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырыусы граждандар һәм уларҙың берекмәләре эйә.

Һалымдар индереү йәки уларҙы бөтөрөү, уларҙы түләүҙән азат итеү, Башҡортостан Республикаһының финанс йөкләмәләрен үҙгәртеү тураһындағы закон проекттары, Башҡортостан Республикаһының бюджет аҡсаһы иҫәбенә ҡапланыусы сығымдарҙы күҙҙә тотҡан башҡа закон проекттары Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы тәҡдиме буйынса йә иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығының бер ай эсендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына тапшырған һығымтаһы булғанда ҡарала.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

77-се статья

Башҡортостан Республикаһы закондары, әгәр федераль закон менән башҡаһы ҡаралмаһа, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының күпселек тауышы менән ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының ҡарарҙары, әгәр федераль закон менән башҡаһы ҡаралмаһа, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының һайланған депутаттары һанының күпселек тауышы менән ҡабул ителә.

(икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы тарафынан индерелде)

78-се статья

Башҡортостан Республикаһының ҡабул ителгән законы ете көн эсендә халыҡҡа еткереү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығына ебәрелә.

(беренсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ун дүрт көн эсендә Башҡортостан Республикаһы законын, уны халыҡҡа еткереү өсөн ҡул ҡуйыу юлы менән раҫлап, халыҡҡа еткерә йәки кире ҡаға.

(икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

Әгәр Башҡортостан Республикаһы Башлығы закон килгән мәлдән алып ун дүрт көн эсендә уны кире ҡаҡһа, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы закон менән билдәләнгән тәртиптә был законды яңынан ҡарай. Әгәр ҡабаттан ҡарағанда закон элек ҡабул ителгән редакцияһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының кәмендә өстән ике өлөшөнөң күпселек тауышы менән хупланһа, ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан ҡабаттан кире ҡағыла алмай һәм ете көн эсендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан халыҡҡа еткерелергә тейеш.

(өсөнсө өлөш Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын халыҡҡа еткереү тәртибе Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнә.

(дүртенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы тарафынан индерелде)

79-сы статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһын ойоштора.

Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы составы, уның эшмәкәрлек тәртибе һәм вәкәләттәре Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнә.

80-се статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәре федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙа ваҡытынан алда туҡтатылыуы мөмкин.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылған осраҡта, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына сираттан тыш һайлау федераль законға һәм Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы тәғәйенләнә.

(икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында)

81-се статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы социаль конфликттарҙы хәл иткәндә социаль партнерлыҡта һәм йәмәғәт диалогында ҡатнаша.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

5-се бүлек

Башҡарма власть

82-се статья

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе булып тора, Рәсәй Федерацияһы Президенты, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, башҡа федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берекмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә һәм халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһы исеменән эш итә.

Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһенең вазифа атамаһы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Глава Республики Башкортостан тиң мәғәнәле.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

83-сө статья

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәгән һәм федераль законға ярашлы актив һайлау хоҡуғына эйә булған граждандар тарафынан дөйөм тиң һәм тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән һайлана.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы итеп 30 йәше тулған, пассив һайлау хоҡуғына эйә булған һәм федераль закон тарафынан Рәсәй Федерацияһы субъектының иң юғары вазифалы кешеһе вазифаһына кандидаттарға ҡуйылған талаптарға яуап биргән Рәсәй Федерацияһы гражданы һайлана ала.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының вәкәләттәре срогы биш йыл тәшкил итә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен башҡарыуға бәйле сикләүҙәр федераль закон менән билдәләнә.

(Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

84-се статья

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ант иткән мәленән үҙ вәкәләттәрен үтәй башлай.

(Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

85-се статья

Вазифаһын үтәй башлағанда Башҡортостан Республикаһы Башлығы халыҡҡа түбәндәгесә ант итә:

«Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен гарантияларға ант итәм».

(беренсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

Ант Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды судьялары ҡатнашлығында тантаналы шарттарҙа бирелә.

86-сы статья

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен белергә бурыслы.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

87-се статья

Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

1) кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыуҙы гарантиялай, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай, үҙенең территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә;

2) Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй;

3) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен төҙөй һәм уның эшмәкәрлегенә етәкселек итә; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең отставкаһы хаҡында ҡарар ҡабул итә;

4) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ризалығы менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрын тәғәйенләй;

5) Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органдары структураһын билдәләй;

6) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙарын, Башҡортостан Республикаһы министрҙарын, дәүләт комитеттары рәйестәрен һәм ведомство етәкселәрен тәғәйенләй һәм вазифанан бушата;

7) Башҡортостан Республикаһы закондарын халыҡҡа еткерә йә иһә уларҙы кире ҡаға;

8) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына закон проекттарын индерә;

9) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше программаларын тәҡдим итә;

10) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сыға; Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тураһында, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡуйылған мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына һәр йылғы отчеттарын тәҡдим итә;

11) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы эшендә кәңәш биреү тауышы хоҡуғы менән ҡатнашырға хаҡлы;

12) Башҡортостан Республикаһының яңы һайланған Дәүләт Йыйылышын уның тәүге ултырышына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы өсөн ошо Конституция менән билдәләнгән ваҡыттан алда саҡырырға, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш ултырышын саҡырыуҙы талап итергә хаҡлы;

13) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарарҙарына үҙгәрештәр һәм (йәки) өҫтәмәләр индереү йә иһә уларҙы ғәмәлдән сығарыу тураһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына тәҡдимдәр индерә;

14) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу (таратыу) тураһында указ сығара;

15) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Рәйесе, Рәйесе урынбаҫары, судьялары вазифаларына тәғәйенләү өсөн кандидатуралар тәҡдим итә;

16) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына мировой судьялар һайлау өсөн кандидатуралар тәҡдим итә;

17) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатура, Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатура, Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатура тәҡдим итә; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы алдына уларҙы вазифаһынан бушатыу тураһында мәсьәләне ҡуя;

18) Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы Рәйесе, Рәйесе урынбаҫары һәм аудиторҙары вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатуралар тәҡдим итә;

19) Башҡортостан Республикаһының ведомство-ара Йәмәғәт именлеге советын ойоштора;

20) Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарының Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡа органдары менән эшмәкәрлеген координациялауҙы тәьмин итә һәм Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдарының федераль башҡарма власть органдары һәм уларҙың территориаль органдары, урындағы үҙидара органдары һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеүен ойоштора;

21) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһы судьяларының квалификация коллегияһына йәмәғәтселек вәкилдәрен тәғәйенләү өсөн кандидатуралар тәҡдим итә; уларҙың вәкәләттәрен туҡтатыу тураһында тәҡдимдәр индерә;

22) Башҡортостан Республикаһы исеменән договорҙарға һәм килешеүҙәргә ҡул ҡуя;

23) Рәсәй Федерацияһының һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары ҡарамағындағы, шулай уҡ сит ил федератив дәүләттәре субъекттарындағы һәм сит ил дәүләттәренең административ-территориаль берәмектәрендәге Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен тәғәйенләй һәм саҡыртып ала;

24) Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтен ойоштора;

25) үҙ вәкәләттәренә ярашлы Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләй;

26) Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары менән бүләкләй;

27) Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы һәм башҡа исемдәрен бирә;

28) ошо Конституцияға, федераль закондарға һәм Башҡортостан Республикаһының закондарына ярашлы башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙ бурыстарын ваҡытлыса (ауырыуға йәки ял итеүгә бәйле) үтәй алмаған осраҡтарҙа, федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, уларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры башҡара.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, федераль закондарға, ошо Конституцияға һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына таянырға, Рәсәй Федерацияһы Президенты указдарын һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарҙарын үтәргә бурыслы.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

88-се статья

Башҡортостан Республикаһы Башлығының вәкәләттәре, ошо Конституция һәм федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, Башҡортостан Республикаһының һайлап ҡуйылған дәүләт власы органдарын һәм урындағы үҙидара органдарын таратыу йә иһә уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатып тороу өсөн файҙаланыла алмай.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

89-сы статья

Башҡортостан Республикаһы Башлығының намыҫы һәм кешелек дәрәжәһе закон менән һаҡлана.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының хоҡуҡи статусы гарантиялары федераль закон һәм Башҡортостан Республикаһы законы менән билдәләнә.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

90-сы статья

Башҡортостан Республикаһы Башлығының вәкәләттәре ваҡытынан алда федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙа туҡтатыла.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусы федераль закон менән билдәләнгән осраҡтарҙа һәм тәртиптә тәғәйенләнә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышын таратырға, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында тәҡдимдәр индерергә, Башҡортостан Республикаһы референдумын үткәреү инициативаһы менән сығыш яһарға, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен төҙөргә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең отставкаһы тураһында ҡарар ҡабул итергә, шулай уҡ ошо Конституцияның 87-се статьяһының беренсе өлөшөнөң 4-се, 5-се, 6-сы, 15-се, 22-се, 23-сө пункттары менән ҡаралған вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырырға хоҡуғы юҡ.

(Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

91-се статья

Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының иң юғары башҡарма органы булып Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тора.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә етәкселек итә.

(икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

92-се статья

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһы башҡарма власының даими эшләүсе органы булып тора.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһы территорияһында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының, федераль закондарҙың һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа норматив хоҡуҡи акттарының, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының, Башҡортостан Республикаһы закондарының һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарының үтәлешен тәьмин итә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәсәй Федерацияһының хакимиәт даирәһе сиктәрендә һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһе буйынса Рәсәй Федерацияһы вәкәләттәре сиктәрендә Рәсәй Федерацияһында башҡарма властың берҙәм системаһына инә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһының башҡарма власть органдары системаһына етәкселек итә.

93-сө статья

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, федераль закон менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәре срогы сиктәрендә эшләй.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһының яңы Хөкүмәте төҙөлгәнгә тиклем үҙ бурыстарын үтәүҙе дауам итеп, үҙ вазифаларын яңы үтәй башлаған Башҡортостан Республикаһы Башлығы алдында вәкәләттәрен туҡтата.

(Башҡортостан Республикаһының 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

94-се статья

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, Башҡортостан Республикаһы министрҙары, дәүләт комитеттары рәйестәре һәм ведомство етәкселәре составында төҙөлә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте составына Башҡортостан Республикаһының башҡа дәүләт органдары һәм ойошмалары етәкселәрен индерә ала.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

95-се статья

Башҡортостан Республикаһының яңы төҙөлгән Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарауына үҙ вәкәләттәре срогына киләсәк эшмәкәрлегенең программаһын тәҡдим итә.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

96-сы статья

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте:

1) үҙ вәкәләттәре сиктәрендә кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен тормошҡа ашырыу, тәьмин итеү һәм яҡлау буйынса сараларҙы бойомға ашыра;

2) үҙ вәкәләттәренә ярашлы милекте һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау, терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы эш итеү, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса сараларҙы тормошҡа ашыра;

(2-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

3) Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына тәҡдим итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджеты проектын, Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттары проекттарын, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше программалары проекттарын эшләй;

(3-сө пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

4) үҙенең эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡуйылған мәсьәләләр буйынса, йыл һайын була торған отчеттарын Башҡортостан Республикаһы Башлығына тәҡдим итә; Башҡортостан Республикаһы бюджетының үтәлешен тәьмин итә һәм был бюджеттың үтәлеше тураһындағы отчетты, Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттарының үтәлеше тураһындағы отчеттарҙы һәм Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше программаларының үтәлеше тураһындағы отчеттарҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышына Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан тәҡдим итеү өсөн әҙерләй;

(4-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2009 йылдың 13 июлендәге 146-з һанлы, 2011 йылдың 19 майындағы 395-з һанлы, 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы закондары редакцияһында)

5) Башҡортостан Республикаһының комплекслы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашыра һәм Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм социаль үҫеше процестарына идара итә;

6) финанстар өлкәһендә берҙәм федераль сәйәсәт үткәреүҙә ҡатнаша;

7) мәҙәниәт, фән, мәғариф өлкәһендә берҙәм федераль сәйәсәт үткәреүҙә ҡатнаша;

8) һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, социаль тәьминәт өлкәһендә берҙәм федераль сәйәсәт үткәреүҙә ҡатнаша;

9) экология, тәбиғәтте файҙаланыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә берҙәм федераль сәйәсәт үткәреүҙә ҡатнаша;

10) Башҡортостан Республикаһы закондарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт милкенә идара итә һәм уның менән эш итә, шулай уҡ федераль закондарға һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа норматив хоҡуҡи акттарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһына идара итеүгә тапшырылған федераль милеккә идара итә;

(10-сы пункт Башҡортостан Республикаһының 2009 йылдың 13 июлендәге 146-з һанлы Законы редакцияһында)

11) урындағы үҙидара органына, урындағы үҙидараның һайланып ҡуйылған йәки башҡа вазифалы кешеһенә, әгәр улар сығарған хоҡуҡи акттар Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, ошо Конституцияға, федераль закондарға һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа норматив хоҡуҡи акттарына, Башҡортостан Республикаһы закондарына һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарына ҡаршы килһә, был акттарҙы закондарға ярашлы хәлгә килтереүҙе тәҡдим итергә, шулай уҡ судҡа мөрәжәғәт итергә хаҡлы;

12) Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән, Рәсәй Федерацияһының бүтән башҡарма власть органдары һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары менән килешеүҙәр төҙөй;

13) Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәре өлкәһендә эшмәкәрлек алып бара;

14) Башҡортостан Республикаһының бүтән башҡарма власть органдарын булдыра һәм уларға етәкселек итеүҙе ғәмәлгә ашыра;

15) ошо Конституция, федераль закондар һәм Башҡортостан Республикаһы закондары менән ҡаралған башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра.

97-се статья

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, федераль закондар, Рәсәй Федерацияһы Президенты указдары, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарҙары, ошо Конституция һәм Башҡортостан Республикаһы закондары нигеҙендә һәм уларҙы үтәү йөҙөнән указдар һәм бойороҡтар сығара, уларҙың үтәлешенә контроллек итә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте үҙ вәкәләттәре сиктәрендә ҡарарҙар һәм бойороҡтар сығара, уларҙың үтәлешенә контроллек итә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең үҙ вәкәләттәре сиктәрендә ҡабул ителгән акттары Башҡортостан Республикаһы территорияһында мотлаҡ үтәлергә тейеш.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы акттары һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте акттары Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына, Рәсәй Федерацияһы хакимиәт даирәһе һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһе буйынса ҡабул ителгән федераль закондарға, Рәсәй Федерацияһы Президенты указдарына, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарҙарына, ошо Конституцияға һәм Башҡортостан Республикаһы закондарына ҡаршы килергә тейеш түгел.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

98-се статья

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары, дәүләт комитеттары һәм Башҡортостан Республикаһының бүтән башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген координациялай.

Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары, дәүләт комитеттары һәм бүтән башҡарма власть органдары тармаҡ һәм тармаҡ-ара идара итеүҙе тормошҡа ашыра.

99-сы статья

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең компетенцияһы, составы, структураһы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең эшмәкәрлек тәртибе һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡа органдары, федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары менән мөнәсәбәттәре федераль закон, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тураһындағы закон менән билдәләнә.

(Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында)

6-сы бүлек

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА ЙӘМӘҒӘТ ВЛАСЫНЫҢ ҺӨҘӨМТӘЛЕ ЭШЛӘҮ ГАРАНТИЯЛАРЫ

100-сө статья

Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт власы органдары граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә һәм Башҡортостан Республикаһы эштәре менән идара итеүҙә һәм урындағы үҙидарала, үҙҙәренең власть вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙа халыҡтың һәм граждандарҙың коллектив ҡатнашыуын тәьмин итә.

101-се статья

Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт власы органдарының үҙ-ара мөнәсәбәттәре намыҫлылыҡ, властың асыҡлығы, ҡарарҙарҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыуҙа контроль процедураларын көйләү, яраштырыу, шулай уҡ дәүләт һәм муниципалитет менән тейешлесә идара итеүҙә үҙ-ара яуаплылыҡ принциптарына нигеҙләнә.

102-се статья

Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары үҙ вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда дөйөм именлеккә, эске берҙәмлеккә, мәҙәниәттәр һәм телдәр төрлөлөгөнә, тиң хоҡуҡлылыҡҡа, хеҙмәттәшлеккә һәм урындағы үҙидараны ғәмәлгә ашырған территорияларҙың интеграцияһына булышлыҡ итә.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары урындағы үҙидараны ғәмәлгә ашырған территорияларҙы финанс тигеҙләү йәһәтенән дәртләндерә һәм, Башҡортостан Республикаһының комплекслы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүҙә ҡатнашыуы һөҙөмтәлелегенән сығып, уларға тейешлесә финанс яҡтан булышлыҡ итә, административ, хоҡуҡи һәм инвестицион ярҙам күрһәтә.

103-сө статья

Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт власы органдары араһындағы фекер айырымлыҡтары һәм бәхәстәр паритетлы нигеҙҙә ойошторолған комиссиялар тарафынан ҡарала һәм яраштырыу процедуралары, консультациялар, һөйләшеүҙәр нигеҙендә йәки суд тәртибендә хәл ителә.

(6-сы бүлек Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

7-се бүлек

СУД ВЛАСЫ

104-се статья

Башҡортостан Республикаһында суд власын Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды, федераль судтар һәм мировой судьялар тормошҡа ашыра.

105-се статья

Башҡортостан Республикаһы судтарына Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды һәм мировой судьялар инә.

Башҡортостан Республикаһы судтарының вәкәләттәре, ойоштороу һәм эшмәкәрлек тәртибе Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, ошо Конституция, федераль закондар һәм Башҡортостан Республикаһы закондары менән билдәләнә.

106-сы статья

Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошон, кеше һәм граждандың төп хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау маҡсатында:

1) Башҡортостан Республикаһы закондарының;

2) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының норматив хоҡуҡи акттарының;

3) Башҡортостан Республикаһы Башлығының норматив хоҡуҡи акттарының;

(3-сө пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

4) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һәм Башҡортостан Республикаһының бүтән башҡарма власть органдарының норматив хоҡуҡи акттарының;

5) урындағы үҙидара органдарының норматив хоҡуҡи акттарының;

(5-се пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

6) Башҡортостан Республикаһы ҡарамағындағы мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара органдары араһындағы асыҡ-хоҡуҡи договорҙарҙың Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы булыу-булмауы тураһындағы эштәрҙе хәл итә.

(6-сы пункт Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды тарафынан конституцион түгел тип танылған акттар йәки уларҙың айырым положениелары үҙ көсөн юғалта.

Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына аңлатма бирә.

Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды федераль закон һәм Башҡортостан Республикаһы законы менән уның компетенцияһына индерелгән башҡа конституцион-хоҡуҡи мәсьәләләрҙе ҡарай.

Башҡортостан Республикаһы Конституция Судының үҙ вәкәләттәре сиктәрендә ҡабул ителгән ҡарарҙары башҡа суд тарафынан ҡабат ҡарала алмай.

107-се статья

Федераль закон һәм уға ярашлы ҡабул ителгән Башҡортостан Республикаһы законы менән судья вазифаһына кандидаттарға ҡуйылған талаптарға яуап биргән Рәсәй Федерацияһы граждандары Башҡортостан Республикаһы судтары судьялары була ала.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

108-се статья

Башҡортостан Республикаһы судтарын финанслау суд эштәрен алып барыуҙы тулыһынса һәм бойондороҡһоҙ тормошҡа ашырыу мөмкинлеген тәьмин итергә тейеш.

8-се бүлек

УРЫНДАҒЫ ҮҘИДАРА

109-сы статья

Урындағы үҙидара ҡала, ауыл биләмәләрендә һәм башҡа территорияларҙа тарихи һәм урындағы башҡа традицияларҙы иҫәпкә алып тормошҡа ашырыла.

Урындағы үҙидара тормошҡа ашырылған территорияларҙың сиктәрен үҙгәртеү ундағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алып рөхсәт ителә.

110-сы статья

Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара халыҡтың урындағы әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итеүен, муниципаль милекте биләүҙе, файҙаланыуҙы һәм уның менән эш итеүҙе тәьмин итә.

111-се статья

Урындағы үҙидара граждандар тарафынан референдум, һайлау, бүтән формаларҙа туранан-тура ихтыяр белдереү юлы менән, урындағы үҙидараның һайланып ҡуйылған һәм башҡа органдары аша тормошҡа ашырыла.

112-се статья

Урындағы үҙидара органдары муниципаль милеккә үҙ аллы идара итә, үҙ компетенцияһы сиктәрендә урындағы бюджетты төҙөй, раҫлай һәм үтәй, урындағы һалымдарҙы һәм йыйымдарҙы билдәләй, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы бойомға ашыра, шулай уҡ урындағы әһәмиәткә эйә булған башҡа мәсьәләләрҙе хәл итә.

Урындағы үҙидара органдарының структураһы халыҡ тарафынан үҙ аллы билдәләнә.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары урындағы үҙидараға булышлыҡ итә.

113-сө статья

Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара суд яҡлауы, Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән өҫтәмә сығымдарҙы ҡаплатыу хоҡуғы, урындағы үҙидараның Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, ошо Конституция, федераль закондар, Башҡортостан Республикаһы закондары тарафынан билдәләнгән хоҡуҡтарын сикләүҙе тыйыу менән гарантиялана.

114-се статья

Вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле матди һәм финанс средстволары тапшырылып, Башҡортостан Республикаһы законы менән урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәре бирелеүе мөмкин. Бирелгән вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары контролендә була.

(Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында)

9-сы бүлек

ФИНАНСТАР ҺӘМ БЮДЖЕТ

115-се статья

Башҡортостан Республикаһында бюджет төҙөлөшө федераль закондар һәм Башҡортостан Республикаһы закондары менән билдәләнә.

116-сы статья

Башҡортостан Республикаһы үҙ компетенцияһы сиктәрендә финанстар, бюджетҡа ҡағылышлы хоҡуҡ мөнәсәбәттәре һәм һалым һалыу өлкәһендә берҙәм федераль сәйәсәт үткәреүҙә ҡатнаша.

117-се статья

Башҡортостан Республикаһы бюджеты һәм Башҡортостан Республикаһының бюджеттан тыш территориаль дәүләт фондтары бюджеттары йыл һайын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы тәҡдиме буйынса ҡабул ителә.

(Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

118-се статья

Башҡортостан Республикаһы, федераль законға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы бюджетына һалымдар һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр билдәләй.

(Башҡортостан Республикаһының 2012 йылдың 28 июнендәге 545-з һанлы Законы редакцияһында)

10-сы бүлек

башҡортостан республикаһының дӘүлӘт символдары

119-сы статья

Башҡортостан Республикаһының үҙ Дәүләт гербы, Дәүләт флагы һәм Дәүләт гимны – Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеген, Башҡортостан халҡының үҙенсәлеген һәм традицияларын сағылдырыусы рәсми символдары бар.

120-се статья

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендә сығып килеүсе Ҡояш һәм уның нурҙары ерлегендә Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Аҫта ҡурай сәскәһе тажы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫтәренә буялған, аҡ төҫөнә «Башҡортостан» тип яҙылған таҫма һүрәтләнгән.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гербының төҫлө һүрәтләнешендә Салауат Юлаев һәйкәле һәм биҙәк – алтынһыу, ҡурай сәскәһе – йәшел, сығып килеүсе Ҡояш – аҡһыл-алтынһыу төҫтә, Ҡояш нурҙары – һары, һәйкәл менән биҙәк араһындағы ерлек – аҡ, түңәрәктең эске һәм тышҡы яғы – ҡараһыу алтын төҫтә.

121-се статья

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы тура мөйөшлө өс төҫтәге туҡыманан тора. Туҡыма бер тигеҙ киңлектәге буй һыҙаттарҙан тора: өҫкө һыҙат – күк, урталағыһы – аҡ һәм аҫтағыһы – йәшел төҫтә. Аҡ һыҙат уртаһына алтынһыу төҫтәге эмблема – ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһен эсенә алған түңәрәк төшөрөлгән.

122-се статья

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимны музыкаль-шиғри әҫәрҙән ғибәрәт.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт гимнының көйө һәм һүҙҙәре Башҡортостан Республикаһы законы менән раҫлана.

(Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 18 сентябрендәге 23-з һанлы Законы редакцияһында)

11-се бүлек

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КОНСТИТУЦИЯҺЫНА үҙгӘрЕШТӘР һәм ӨҫтӘмӘлӘр индереү тӘртибе

123-сө статья

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһындағы тәҡдимдәрҙе түбәндәгеләр индерә ала:

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының кәмендә өстән бер өлөшө;

Башҡортостан Республикаһы Башлығы;

(өсөнсө абзац Башҡортостан Республикаһының 2014 йылдың 4 мартындағы 57-з һанлы Законы редакцияһында)

Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды.

124-се статья

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының беренсе киҫәгенең 1-се һәм 11-се бүлектәре положениеларына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһындағы тәҡдимдәр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан уларҙы илле мең һайлаусы яҡлап сыҡҡандан һуң ғына ҡарала. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының башҡа положениеларын үҙгәртеү һәм тулыландырыу Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тарафынан дөйөм тәртиптә башҡарыла.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү процедураһы «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тәртибе тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы менән билдәләнә.

125-се статья

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһындағы Башҡортостан Республикаһы закондары Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттарының билдәләнгән һанының кәмендә өстән ике өлөшөнөң күпселек тауышы менән өс уҡыуҙа ҡабул ителә.

Әгәр Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр тураһында тәҡдим индерелгәндән һуң бер йыл эсендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы тейешле закон ҡабул итмәһә, тәҡдим кире ҡағылған тип иҫәпләнә һәм кире ҡағылғандан һуң бер йыл эсендә яңынан күтәрелә алмай.

126-сы статья

Ошо Конституцияның Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошон билдәләүсе 64-се статьяһына үҙгәрештәр Башҡортостан Республикаһының үҙ составында яңы административ-территориаль берәмек булдырыу тураһындағы законы нигеҙендә индерелә.

ИКЕНСЕ КИҪӘК

йомғаҡлау һӘм күсеү положениелары

1. Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының 1994 йылдың 3 авгусындағы «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында» Договоры Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ҡаршы килмәгән өлөшөндә ғәмәлдә була.

Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының 1994 йылдың 3 авгусындағы «Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында хакимиәт даирәһе сиктәрен билдәләү һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында» Договоры положениелары Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы положениеларына тап килмәгән осраҡта, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы положениелары ғәмәлдә була.

2. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы (2000 йылдың 3 ноябрендәге 94-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында» һәм 2002 йылдың 3 декабрендәге 369-з һанлы «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы закондары редакцияһында) һайланған Башҡортостан Республикаһы Президенты үҙ вәкәләттәрен вәкәләттәре срогы бөткәнгә тиклем бойомға ашыра.

(икенсе өлөш Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 15 июнендәге 322-з һанлы Законы редакцияһында)


ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Беренсе киҫәк

1-се бүлек.

Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролошо нигеҙҙәре

2-се бүлек.

Кеше һәм граждандың хоҡуҡтары, иректәре һәм бурыстары

3-сө бүлек.

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо һәм баш ҡалаһы

4-се бүлек.

Закондар сығарыу власы

5-се бүлек.

Башҡарма власть

6-сы бүлек.

Башҡортостан Республикаһында йәмәғәт власының һөҙөмтәле эшләү гарантиялары

7-се бүлек.

Суд власы

8-се бүлек.

Урындағы үҙидара

9-сы бүлек.

Финанстар һәм бюджет

10-сы бүлек.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары

11-се бүлек.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тәртибе

Икенсе киҫәк

Йомғаҡлау һәм күсеү положениелары


© Конституционный Cуд Республики Башкортостан 2013 Создание сайта - Интернет Технологии